08:12 (UTC+5), 14 Декабря 2020

Вәғәҙәләр йүгереүе, Эльбрус Ниғмәтуллин турниры: яңы йыл байрамдарында республикала спорт

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яңы 2021 йыл алдынан һәм ғинуар байрамдарында Башҡортостанда спорт саралары була. Республиканың Спорт министрлығы кәмендә туғыҙ сара, шул иҫәптән дүрт тематик көн ойошторорға ниәтләй.
«Төп өлөшө тыштағы майҙансыҡтарҙа йәки 30-ға яҡын кеше ҡатнашҡан биналарҙа уҙғарыла», — тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
27 декабрҙә Өфө тәүге тапҡыр Эльбрус Ниғмәтуллиндың көс экстримы буйынса «Урал батыр» асыҡ республика турнирын ҡабул итә. Баш ҡалабыҙға Ҡурған, Мурманск, Силәбе, Липецк, Белгород, Пенза өлкәләренән, Мәскәүҙән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Башҡортостандан 12 көслө спортсы килә. Ярыштар тура эфирҙа күрһәтелә.
Ошо уҡ ваҡытта республиканың һәр районында «Батырҙар көнө» ойошторола. Ҡатнашыусыларҙы ҡар һуғышы, «Тау батшаһы» һәм башҡа уйындар көтә.
1 ғинуарҙа Өфөлә «Вәғәҙәләр йүгереүе» башлана. Арауыҡтар 100-ҙән алып 2021 метрға тиклем тәшкил итә. Шулай уҡ «Башҡорт (скандинав) йөрөшө көнө» уҙғарыла.
3 ғинуар — ҡышҡы уйындар көнө: хоккей, ҡышҡы футбол, саңғы ярыштары, ҡышҡы балыҡ тотоу, «Атай, әсәй, мин — спорт ғаиләһе».
13 ғинуарҙа онлайн форматта шахмат буйынса «Чемпиондар чемпионаты» асыҡ республика турниры була. Барлыҡ сараларҙа ла ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй, яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы хәүефһеҙлек саралары күрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика