Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ноябрь 2020, 17:15

Республиканың йыйылма командаһы мини-лапта буйынса Рәсәй кубогында алтын миҙал яуланы

Рәсәйҙең рус лаптаһы федерацияһы
Рәсәйҙең рус лаптаһы федерацияһы
Башҡортостандың мини-лапта буйынса йыйылма командаһы Йошкар-Ола ҡалаһында уҙған Рәсәй кубогында алтын миҙалдар яуланы һәм ил чемпионатында бишенсе булды. Республиканан ярыштарҙа Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары спортсылары Дмитрий Данилов, Айҙар Әхмәҙуллин, Вадим Борханов, Эльмир Миһранов, Ильмир Шафиҡов, Руслан Байтимеров, Родион Вәлиев һәм Рәмил Лутыев ҡатнашты, тип хәбәр итте «Кармаскалинская новь» гәзите.
2020 йылда ҙур лапта буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында ла Башҡортостан командаһы беренсе урынды алды. Ә былтыр мини-лапта буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы.
Читайте нас: