Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.88
-0.55
91.89
-0.58
61.87
-0.39
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Октябрь 2020, 15:10

Республика бобслейсылары Рәсәй беренселегендә өс миҙал яуланы

Башҡортостан бобслейсылары Сочиҙан өс миҙал алып ҡайта. Республика данын яҡлаған 27 йәшкә тиклемге өс спортсы Рәсәй беренселегендә лайыҡлы наградалар яуланы.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында «бронза»ны Алёна Анисимова алды, ә Александра Тарасова пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде, тип хәбәр ителә Рәсәй Бобслей федерацияһының рәсми сайтында.
Ир-егеттәр араһында Георгий Кузьменко алтын миҙалға лайыҡ булды.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас