06:43 (UTC+5), 10 Сентября 2020

Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромы ҡарамағында һыбайлылар мәктәбен асыу күҙаллана

Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин
Башҡортостандың «Аҡбуҙат» йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге директоры Дамир Иҫәев Баймаҡ районында уҙған күсмә «Ауыл сәғәте»ндә спорт йылҡысылығы мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Әйтәйек, 2019 йылда Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры башланды, унда республиканың 54 районы ҡатнаша. Ләкин квалификациялы кадрҙар булмау сәбәпле был йүнәлештең үҫеше тотҡарлана. Рәсәйҙә спорт атлыларын әҙерләгән берҙән-бер төбәк – Воронеж өлкәһе. Дамир Иҫәев һүҙҙәренсә, киләсәктә Өфө ипподромы ҡарамағында Воронеж һыбайлылар мәктәбе филиалын асыу ниәте бар.
«Киләһе шәмбелә «Аҡбуҙат»та барлыҡ ҡыҙыҡһынған ойошмалар менән ошо мәсьәләне тикшерербеҙ. Башҡортостан үҙ белгестәрен үҫтерергә тейеш, шул иҫәптән ат спорты өлкәһендә лә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры 54 араһында 2019 йылдан алып үткәрелә. Маҡсаты – йылҡысылыҡ үҫешенә стимул биреү, башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу, тамашасыларҙы ат ярыштарына йәлеп итеү. Быйылғы миҙгелдә эпидемия арҡаһында ярыштар тамашасыһыҙ үтте.
14 марттан уҙғарылған 12 этапта Ишембай, Нуриман, Иглин, Стәрлетамаҡ, Дыуан, Ғафури, Әбйәлил, Шишмә, Күгәрсен, Дүртөйлө, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондары һыбайлылары еңеү яуланы.
Шәмбе, 12 сентябрҙә, «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының финалы була. Башҡортостан башлығының еңеүсегә төп бүләге – бер миллион һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика