Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Июль 2020, 11:55

Башҡортостанда биш стадионды төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәттә бара

www.facebook.com/radiyhabirov
www.facebook.com/radiyhabirov
Туймазыла өс мең урынға иҫәпләнгән «Спартак» стадионын төҙөкләндереү тамамлана. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров 9 июлдә «Фейсбук» социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Стадионда заманса япма, тамашасылар өсөн уңайлы ултырғыстар, профессиональ яҡтыртыу, заманса табло эшләгәндәр. Бер үк ваҡытта быйыл Белоретта «Металург», Мәләүездә «Спартак», Нефтекамала «Торос» стадионының тәүге сиратына һәм Күмертауҙа «Шахтёр» стадиондарына капиталь ремонт яһалырға тейеш.
«Был һәр ҡалала саф һауала уйындар һәм күнекмәләр өсөн һәйбәт майҙансыҡтар булһын, спортсыларыбыҙ уларҙа ярыштарға ныҡлы әҙерләнһен өсөн ҙур һәм бик кәрәкле эш», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: