10:22 (UTC+5), 15 Мая 2020

«Салауат Юлаев» клубы хоккейсыларының эш хаҡы баҫылып сыҡты

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Салауат Юлаев» клубының элекке һөжүмсеһе Линус Умарк, етәкселек миҙгел өсөн 120 миллион һумға контракт тәҡдим итһә, Башҡортостанда ҡалырға әҙер ине. Ләкин «Салауат» ике легионерға ундай аҡса биреүҙән баш тартты, сөнки фин форварды Теему Хартикайнен үҙенең контрактын 90 миллионға яңыртты, бының бонустар менән бергә 115 миллион һумға тиклем артыуы мөмкин, тип хәбәр итте Betting Insider Өфө клубындағы сығанаҡҡа һылтанма менән.
Яңы уйынсы Маркус Гранлундҡа «Салауат Юлаев» – 70 миллион, ә үҙенең тәрбиәләнеүсеһе Михаил Воробьевҡа 35 миллион һумлыҡ контракт бирергә әҙер.
Башҡортостан командаһының тағы ике легионеры Филип Ларсен һәм Юха Метсола миҙгел өсөн 80-ешәр миллион, ә Сакари Маннинен 60 миллион һум ала.
«Салауат Юлаев» хоккей клубының хеҙмәт хаҡы исемлеге:
Теему Хартикайнен – йылына 90 миллион һум
Юха Метсола – 80 миллион һум
Филип Ларсен – 80 миллион һум
Сакари Маннинен – 60 миллион һум
Никита Сошников – 60 миллион һум
Дмитрий Кугрышев – 50 миллион һум
Александр Кадейкин – 50 миллион һум
Григорий Панин – 45 миллион һум
Павел Коледов – 35 миллион һум
Владимир Жарков – 35 миллион һум
Петр Хохряков – 35 миллион һум
Евгений Лисовец – 25 миллион һум
Владислав Картаев – 25 миллион һум
Вячеслав Солодухин – 25 миллион һум
Евгений Бирюков – 20 миллион һум
Дмитрий Коробов – 20 миллион һум
Эдуард Ғиматов – 8 миллион һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика