12:36 (UTC+5), 04 Марта 2020

2020 йылда Башҡортостанда 11 спорт объектын асыу көтөлә

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан 2020 йылда 11 яңы йәки яңыртылған спорт объектын асырға йыйына. Ошо турала Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ведомство етәксеһе Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Дүрт стадионды реконструкцияларға кәрәк: Белоретта — «Металлург», Мәләүездә — «Спартак», Нефтекамала — «Торос», Күмертауҙа — «Шахтер». Быйыл Өфөнөң «Нефтсе» бассейнын төҙөкләндереү тамамлана. Ишембайҙа ябыҡ һырғалаҡты төҙөп бөтөрбөҙ. Шулай уҡ Федоровкала, Ермолаевкала, Аҡъярҙа өс бассейн төҙөү ҡаралған. Раевкала, Шаранда бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстары барлыҡҡа килә. 2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ муниципалитеттарында типовой проекттар буйынса тағы 16 бассейн төҙөлә», — тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры.
Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ошо көндәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ алдына спорт объекттарын тәьмин итеү өсөн финанслау сығанаҡтарын эҙләү бурысын ҡуйҙы.
«Һис шикһеҙ, был объекттар үҙҙәре лә аҡса эшләргә тейеш. Төрлө ярыштарҙы, сараларҙы һуҙырға кәрәк. Бының өҫтөндә эшҡыуарҙар ойошмаһы менән бергә эшләрбеҙ», — тип билдәләне министрлыҡ етәксеһе.
2021-2022 йылдарҙа Өфөлә ҙур спорт үҙәктәре: Волейбол үҙәге, Спорт көрәше һарайы, Спорт гимнастикаһы үҙәге барлыҡҡа килә. Һуңғы объектты финанслау өсөн 450 миллион һум күләмендә федераль аҡса йәлеп ителгән, тине Руслан Хәбибов. Өфө ошондай схема буйынса хаҡы 3 миллиард 186 миллион һумға баһаланған Спорт көрәше һарайын төҙөү өсөн үҙәк аҡсаһын йәлеп итергә теләй. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры ошо сумманың 50% федераль бюджеттан ҡаплау теләген белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика