11:53 (UTC+5), 12 Февраль 2020

Өфөлә тәүге республика ябыҡ футбол майҙаны төҙөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2020 йылда Өфө биләмәһендә генә түгел, ә Башҡортостанда беренсе дәүләт ябыҡ майҙаны төҙөлә башлай. Спорт ҡоролмаһының проекты дәүләт экспертизаһын үтте. Йыл әйләнәһенә эшләгән спорт объекты «Нефтсе» стадионы биләмәһендә һалына.
«Спорт объектының дөйөм майҙаны – 6,5 мең квадрат метр, шуның алты мең метр квадрат метр самаһы – футбол майҙаны, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. — Проектта кейенеү, дөйөм ҡулланыу урындары, душ бүлмәләре, гардероб, вестибюль, тренерҙар бүлмәһе, инвентарь өсөн бүлмә, шулай уҡ медицина пункты бар».
Башҡортостанда беренсе ябыҡ футбол майҙанының заказсыһы — республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың февралендә Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылында шәхси инвестор аҡсаһына тәүлек әйләнәһенә эшләгән футбол майҙаны асылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика