08:46 (UTC+5), 11 Февраля 2020

Өфө мэр кубогына ҡышҡы Корпоратив уйындарҙы ҡабул итә

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 15 февралдә Өфөлә тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә хакимиәт башлығы кубогына һигеҙенсе ҡышҡы Корпоратив уйындар башлана. Баш ҡаланың предприятие-ойошмалары хеҙмәткәрҙәре алты дисциплинала көс һынаша: быйма кейеп хоккей уйнау, ҡарҙа волейбол, саңғы ярышы (эстафета), конькиҙа шыуыу спорты (эстафета), пейнтбол элементтары менән күңелле старттар һәм тау саңғыһы спорты.
Төп бүләк – Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогы. Бынан тыш, дөйөм иҫәптә һәм спорттың айырым төрҙәре буйынса призлы урын алған командалар ҡаланың Физик культура һәм спорт буйынса идаралығы кубоктары һәм грамоталары менән бүләкләнә, тип белдерҙеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Белешмә
Өфөлә йәйге Корпоратив уйындар 2010 йылда үткәрелә башланы. 2013 йылда тәүгә I ҡышҡы Корпоратив уйындар ойошторолдо. Йыл һайын ярыштарҙа Өфө ҡалаһының предприятие-ойошмаларынан меңдән ашыу хеҙмәткәр ҡатнаша. Уйындар «Офистан – стартҡа!» девизы аҫтында уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика