11:20 (UTC+5), 07 Февраля 2020

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә ошо көндәрҙә Башҡортостандың спорт министры һынаған бассейн ябылды

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 5 февралдә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә (Төхфәт Йәнәби бульвары, 36/1) бассейн асылды. Бассейнды республиканың Спорт министрлығы башлығы Руслан Хәбибов һынап ҡараны. Оҙаҡ көткәндән һәм шәп яңылыҡтан һуң биҫтәлә йәшәүселәр, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре абонемент алып ҡалырға ашыҡты. Ләкин «Ябыҡ» тигән яҙыуға килде. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры социаль селтәрҙә ошо хәлгә аңлатма бирҙе.
«5 февралдә техник асыу сараһы булды. Беҙ техник ҡорамалдың һәм «старт-финиш» системаһының эшләүен тикшерҙек. Барыһы ла эшләй! Хәҙер объектҡа хоҡуҡ биргән документтар әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. 7 февралдән яуаплы хеҙмәткәрҙәр эшләй башлай, улар халыҡты ҡабул итеүҙе, консультациялар биреүҙе һәм спорт, һауыҡтырыу төркөмдәренә яҙылыуҙы ойоштора», — тип белдерҙе ведомство етәксеһе.
Бассейн 2020 йылдың мартында үҙ ишектәрен аса, тип билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика