09:22 (UTC+5), 04 Февраль 2020

Башҡортостанда быйыл Межгорьела һәм Ҡырмыҫҡалыла бассейндар төҙөү башлана

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 16 муниципаль берәмектә бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу башланды. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты 2 типовой проект әҙерләгән: 4-6 юллыҡ бассейн һәм спорт залы менән ике ҡатлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм 4-6 юллыҡ бассейн, спорт залы, айырым боҙ һырғалағы менән ике ҡатлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Тиҙҙән Ҡырмыҫҡалы районында һәм Межгорье ҡалаһында бассейндар төҙөү подрядсыһын билдәләү буйынса һатыулашыу ойошторола.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ошо объекттар буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре быйыл яҙ башлана. 2021 йылдың икенсе кварталында бассейндар төҙөүҙе тамамлап, файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артём Ковшов Дыуан районында бассейнды боҙ майҙансығы менән берләштерергә тәҡдим итеүҙәре хаҡында һөйләне. Был объект республика төньяҡ-көнсығышының зона спорт үҙәгенә әүерелеүе мөмкин.
«Хәҙер Архангел һәм Дыуан райондарында, шулай уҡ Өфөнөң Шакша биҫтәһендә өс типовой физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрен проектлау бара», — тип өҫтәне Артем Ковшов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика