11:26 (UTC+5), 21 Января 2020

Республика муниципалитеттарына ГТО-ны үҫтереүгә 315-әр мең һум бүленә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда хәҙер 69 ГТО-ға тест үтеү үҙәге эшләй. Әлеге ваҡытта республикала 405 меңдән ашыу кеше «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» автоматлаштырылған системаһына теркәлгән. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында ҡалаларға һәм райондарға бюджеттан комплексты үҫтереү өсөн аҡса бүлеү тәртибе тураһында ҡарар проекты ҡаралды.
«Республикабыҙҙа йылдан-йыл ГТО күрһәткестәре яҡшыра. Ләкин комплекс планын индереү буйынса йыл һайын төҙөлгән рейтингта Башҡортостан Рәсәйҙә — 32-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урында тора», — тип билдәләне йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Һөҙөмтәлә ГТО тапшырыуҙың абруйын арттырыу һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн Башҡортостан муниципалитеттарына 315-әр мең һум [дөйөм суммаһы 21 миллион 741 мең һум] бирелә. Алмашҡа райондар һәм ҡалалар ГТО-ның ете критерийын үтәргә тейеш. Шул рәүешле властар республикала йәшәүселәрҙе ГТО тапшырыуға йәлеп итергә һәм илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инергә теләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика