06:23 (UTC+5), 23 Декабрь 2019

Өфөнән ике шашкасы Xintai Cup халыҡ-ара турниры пьедесталына күтәрелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 декабрҙә Ҡытайҙа Xintai Cup халыҡ-ара турниры Башҡортостан шашкасыларының ҙур уңышы менән тамамланды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урында — ғәмәлдәге чемпион Тамара Танһыҡҡужина, өсөнсөлә – Әлиә Әминева. Уларҙың 9 уйында 12-шәр мәрәй. Дүрт спортсыбыҙ бер балға аҙыраҡ йыйҙы: Ишембайҙан Елена Мильшина — 5-се, Өфөнән Айгөл Иҙрисова — 6-сы, Айгизә Мөхәмәтйәнова — 9-сы, Кристина Осипова — 10-сы. Блицта донъя чемпионы Агата Парахина — 15-се.
Ир-егеттәр араһында Өфөнән 19 йәшлек Марсель Шәрәфетдинов өсөнсө урынды алды. Өфөнән Айнур Шәйбәков – дүртенсе, Стәрлетамаҡтан Муродулло Амриллаев – етенсе, икеһе лә халыҡ-ара гроссмейстер, 16 йәшлек спорт мастеры Даниил Ильин – һигеҙенсе, тағы бер спорт мастеры Анатолий Татаренко - унынсы. Бөтәһенең дә икенсе призер – Ижевскиҙан Алексей Чижовтыҡы кеүек 12-шәр мәрәй һәм еңеүсе – Туланан Александр Гетманскийҙан бер балға аҙыраҡ. Өфө уҡыусыһы Тамерлан Әхмәровтың 11 мәрәй һәм 11-се урын.
14 йәшкәсә ҡыҙҙар араһында икенсе урын – Өфө уҡыусыһы Руфина Таулыҡаевала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика