08:29 (UTC+5), 19 Декабрь 2019

Өфөлә республиканың 100 йыллығы уңайынан Шорт-трек үҙәге асылды

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Өфөлә «Төҙөүсе» стадионы янында рәсми рәүештә Шорт-трек үҙәге асылды. Спорт объекты республиканың 100 йыллығына федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә төҙөлгән. Унда ябыҡ һырғалаҡ, хореография, тренажер залдары, массаж, кейенеү бүлмәләре һәм башҡа биналар бар.
Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, киләсәктә үҙәк Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарын ҡабул итергә мөмкин.
«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡты физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә әүҙем йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы, — тип билдәләне республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. — Бөгөн үҙәкте асыу менән беҙ юғары кимәлдәге ярыштар уҙғарыуға дәғүә итә алабыҙ. Был спортты популярлаштырыу күҙлегенән бик мөһим».
Шорт-трек үҙәген төҙөү 2012 йылда уҡ башланды һәм бер нисә тапҡыр туҡтатылды. Эштәр бер йыл элек тергеҙелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика