11:17 (UTC+5), 17 Декабрь 2019

Башҡортостан бадминтонсылары Италияла донъя турнирында бронза һәм көмөш миҙалдар яуланы

Һулдан: Екатерина Болотова, уңдан Алина Дәүләтова Фото: Federazione Italiana Badminton
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө бадминтонсылары Алина Дәүләтова һәм Родион Алимов Миландан Decathlon Perfly Italian International 2019 донъя серияһы турнирынан бронза миҙалдар менән ҡайтты. Ҡатнаш парҙа беҙҙең спортсылар ярымфиналда Корея вәкилдәренән еңелде һәм почет пьедесталының өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
Алина турнирҙа көмөш миҙал да яуланы. Мәскәү ҡыҙы Екатерина Болотова менән ул Нидерланд, Шотландия, Бөйөк Британия, Швеция спортсыларын артта ҡалдырҙы. Финал алышында ҡыҙҙар донъя рейтингында етенсе баҫҡысты биләгән Болгария дуэтынан еңелде.
Был наградалар Өфө спортсыларына Токиолағы Олимпиадаға эләгеү өсөн сираттағы мәрәйҙәр яуларға мөмкинлек бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика