05:28 (UTC+5), 10 Декабрь 2019

Дүртөйлөнән Вадим Сәлимханов Италияла жокейҙар чемпионатында еңеү яуланы

Руслан Насиров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Италияла Урта һәм Ҡара диңгеҙ илдәренең Атлылар союзы чемпионаты тамамланды. Ул Сицилияның Сиракуза ҡалаһы ипподромында уҙҙы. Башҡортостан жокейы, Дүртөйлөнөң «Арғымаҡ» мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Вадим Сәлимханов Рәсәй командаһы составында ошо халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе булды.
Жокейҙар чемпионаты дүрт сабыштан торҙо. Вадим өй этабында еңеү яуланы, Туниста дүртенсе урынды алды һәм Касабланкала иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Италияның Сиракуза ҡалаһында яҡташыбыҙға Вольтер ҡушаматлы ат эләкте. Дүртенсе этапта балдар суммаһы буйынса сығыш яһау һөҙөмтәһендә Вадим Сәлимханов Рәсәй йыйылмаһын беренсе урынға сығарҙы.
Чемпионатта 12 ил: Франция, Италия, Мальта, Ливия, Марокко, Португалия, Румыния, Сербия, Словения, Тунис, Украина һәм Рәсәй вәкилдәре ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика