11:36 (UTC+5), 27 Ноября 2019

Оксана Савченко республиканың паралимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры вазифаһынан бушатылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йөҙөү буйынса һигеҙ тапҡыр паралимпия чемпионы Оксана Савченко Башҡортостандың паралимпия резервындағы спорт адаптив мәктәбе директоры вазифаһынан бушатылды. Был турала спортсы социаль селтәрҙә хәбәр итте. Белдереү ҡағыҙына республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов ҡул ҡуйған.
«Әлегә был хәлгә аңлатма бирмәйем», — тине Оксана Савченко «Башинформ» агентлығына.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында 30 ноябрҙә Оксана Савченко менән хеҙмәт килешеүенең ваҡыты тамамланыуын аңлаттылар. Шуға тиклем дүрт көн алдан, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт колексына ярашлы, уға белдереү ҡағыҙы тапшырылған.
«Оксана Владимировнаға учреждение директоры вазифаһына конкурс үткәргәнсе Башҡортостан Республикаһының паралимпия резервындағы спорт адаптив мәктәбе директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарырға һәм конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Ведомствола тиҙҙән буш вазифаны биләүгә конкурс иғлан итергә вәғәҙә бирҙеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика