05:18 (UTC+5), 18 Ноября 2019

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры 250-нән ашыу көрәшсене берләштерҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә 15-18 ноябрҙә полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры бара. Ярыштарҙа туғыҙ ауырлыҡ категорияларында ир-егеттәр һәм һигеҙ ауырлыҡ категорияларында йәш егеттәр ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, турнирҙа Рәсәйҙең 12 төбәгенән 253 көрәшсе һәм Ҡаҙағстан Республикаһы вәкилдәре сығыш яһай. Башҡортостандан — 87 ир-егет һәм 135 егет.
Ике көндә егеттәр араһында еңеүселәр билдәләнде. Һигеҙ финалда Башҡортостан дүрт «алтын», Татарстан – ике «алтын», Ырымбур бер «алтын» яуланы. Барлыҡ ауырлыҡ категорияларында, һигеҙ көмөш миҙал яулап, икенсе урынды Башҡортостан спортсылары алды. Өсөнсө урында – Башҡортостандан 11 спортсы, Татарстандан – өсәү, Ырымбурҙан – берәү.
Ир-егеттәр араһында туғыҙ финал алышының һигеҙенсеһендә Башҡортостан вәкилдәре еңеүгә лайыҡ булды, 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Ырымбур көрәшсеһе еңде. Башҡортостандың ете спортсыһы, Татарстандың ике көрәшсеһе көмөш миҙал яуланы. Өсөнсө урындар түбәндәгесә: 15 еңеүсе – Башҡортостандан, икәүһе – Пермь крайынан, берәүһе – Татарстандан.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Спорт әҙерлеге үҙәгендә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә бағышланған милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирын асыу сараһында ҡатнашты. Республика етәксеһе көрәшселәрҙе сәләмләп, уларға уңыштар һәм сағыу спорт еңеүҙәре теләне.
Турнир республика Башлығының полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың хәтерен мәңгеләштереү тураһындағы указына ярашлы уҙғарыла.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика