Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ноябрь 2019, 14:41
«Салауат Юлаев» КХЛ-дың ғәмәлдәге чемпионына ҡаршы уйнай
«Салауат Юлаев» хоккей клубы
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 14 ноябрҙә Мәскәүҙә «Салауат Юлаев» хоккей клубы КХЛ-дың ғәмәлдәге чемпионына һәм көнбайыш конференцияның бөгөнгө лидеры ЦСКА-ға ҡаршы уйнай. Игорь Никитин тәрбиәләнеүселәре ағымдағы миҙгелдә 26 уйын үткәрҙе, унда 40 мәрәй йыйҙы. Мәскәүҙәрҙең иҫәбендә 19 еңеү һәм ете еңелеү. Һуңғы ике осрашыуҙа улар овертаймда «Спартак»тан (2:3) һәм «Нефтехимик»тан (1:4) еңелде.
«Салауат Юлаев» 26 уйында 33 балл йыйҙы: 15 еңеү һәм 11 еңелеү. Лиганың ағымдағы даими чемпионатында Николай Цулыгин командаһы йыш ҡына төп ваҡыттың сиктәренән сыға: овертаймда һәм буллиттар серияһында еңә йә еңелә. Һуңғы ике осрашыуҙы «юлаевсылар» уңышлы тамамланы: Өфөлә Минскиҙың «Динамо»һын (9:1) һәм сит майҙанда овертаймда Риганың «Динамо»һын (2:1) еңде.
Бөгөн «ЦСКА Арена»лағы уйынға популяр ставкаларҙың береһе – хужаларҙың төп ваҡытта еңеүе. Ләкин Өфө клубы Мәскәүҙән ике мәрәй менән ҡайтыр тигән варианттар ҙа бар.
Осрашыу Өфө ваҡыты буйынса киске 10-сы 30 минутта башлана. Тура трансляция – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, КХЛ ТВ һәм «Ҡурай ТВ» (башҡорт телендә).
http://www.bashinform.ru/news/1378612-salavat-yulaev-sygraet-protiv-deystvuyushchego-chempiona-kkhl-/
Теги:
кхл
салауат юлаев
цска
Читайте нас: