07:11 (UTC+5), 11 Ноября 2019

Өфөнән Семен Елистратов АҠШ-та шорт-трек буйынса Донъя кубогының өсөнсө «алтын»ын алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө шорт-трек мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, олимпия чемпионы Семен Елистратов АҠШ-та Донъя кубогының өсөнсө алтын миҙалын яуланы. 11 ноябргә ҡарай төндә Монрель ҡалаһында спортсы, Көньяҡ Корея вәкилдәре Пак Ин Укты (1.29,361) һәм Пак Чи Вонды (1.29,417) артта ҡалдырып, 1000 метрлыҡ арауыҡта беренсе булып килде (1 минут 29,275 секунд).
«Шулай уҡ Семен Елистратов ир-егеттәр йыйылмаһы составында Денис Айрапетян, Александр Шульгинов һәм Павел Ситников менән бергә 5000 метрлыҡ эстафетала бронза миҙал яуланы», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Спорт министрлығында.
Бынан алда «Башинформ» Елистратовтың 1500 һәм 5000 метрлыҡ арауыҡта беренсе «алтын»ын алыуы тураһында хәбәр иткәйне (Даниил Ейбог, Павел Ситников һәм Виктор Ан менән эстафета).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика