07:35 (UTC+5), 30 Октября 2019

Башҡортостандан 13 йәшлек спортсы каратэ буйынса Европа чемпионы исемен яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ҡыйғы районынан 13 йәшлек Минара Шахбанова Португалияла, киокушин каратэ буйынса 33-сө Европа чемпионатында (KWF — The 33rd KWF European Kyokushin Karate Championship) Рәсәй исеменән лайыҡлы сығыш яһап, Европа чемпионы булды.
Ярыштар Порту ҡалаһында уҙҙы. Чемпионатта Европаның 20 иленән спортсылар ҡатнашты. Рәсәйҙән — 14 кеше, шул иҫәптән Үрге Ҡыйғы ауылынан «Батыр» клубы тәрбиәләнеүсеһе Минара Шахбанова. Ул, бөтә дәғүәселәрен лайыҡлы еңеп, беренсе урынды яуланы.
«Беҙ тәүҙән үк, хатта ошо ярыштарға әҙерләнгәндә, беренсе урын алыу маҡсатын ҡуйҙыҡ, — тине тренер Артур Хөснөтдинов. — Минараны тотош район, класташтары, ата-әсәһе һәм «Батыр» клубы тәрбиәләнеүселәре ҡаршы алды. Минараның атаһы ҡыҙын ярыштарға оҙатҡан саҡта: «Бөгөн һине әсәйең оҙата, ә һин бөтә район ҡаршы алһын өсөн тырыш», — тигәйне. Уның һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика