11:27 (UTC+5), 29 Октябрь 2019

Өфөлә яңы художестволы гимнастика үҙәге асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың баш ҡалаһында, Революция урамында, яңы художестволы гимнастика үҙәге асылды. Иркен спорт залы йәш тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың тренерҙары өсөн көнө буйына асыҡ була. Үҙәк республика һәм бөтә Рәсәй ярыштарын да ҡабул итергә әҙер.
Был үҙәктә шулай уҡ художестволы гимнастика буйынса Башҡортостан йыйылмаһы өсөн база булдырыу күҙаллана, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телеканалы. Уны асыу тантанаһында гимнастка, Рио-де-Жанейро Олимпиадаһында көмөш призер Яна Кудрявцева ҡатнашты.
26 октябрҙә Рәсәйҙә художестволы гимнастика көнө билдәләнде. Республикабыҙҙан иң билдәле гимнасткаРәсәй спортсыһы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе, команда иҫәбендә ике тапҡыр Европа чемпионы (2002, 2004), 2001/2002 йылдарҙа Донъя кубогы эйәһе, 2002 йылда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Балтия илдәренең Үҫмерҙәр уйындары еңеүсеһе Ләйсән Үтәшева. Бөгөн Ләйсән Үтәшева – телевидениела алып барыусы, спорт комментаторы һәм ике бала әсәһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика