03:52 (UTC+5), 24 Октября 2019

Өфөлә ғинуарҙа яңы волейбол үҙәген төҙөй башлау күҙаллана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәйҙәге иң яҡшы волейбол ареналарының береһен 2020 йылдың ғинуарында төҙөй башлайҙар. «Урал» волейбол клубы начальнигы Илдар Ғәзизуллин һүҙҙәренсә, республика булышлығы, клуб президенты Валерий Багметов башланғысы һәм ярҙамы менән проект эштәре тамамланған тиерлек.
«Техник экспертизаға тапшырыу өсөн барыһы ла әҙер. Рөхсәт һәм документтар алғас, ғинуарға төҙөлөшкә сығыуҙы көтәбеҙ. Арена, ысынлап та, бик шәп, ике зал була: тәүгеһе – биш мең, икенсеһе 500 тамашасыға иҫәпләнгән. Өҫтәүенә интернаттың йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн үҙ залы ла асыла», — тип һөйләне Ғәзизуллин «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында.
Эштәрҙе 2022 йылда, Өфөнөң волейбол буйынса Донъя чемпионатының Рәсәй этабын ҡабул итеүенә тамамлау күҙаллана.
Бынан алда «Башинформ» Ҡала мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы (Калинин паркында) волейбол үҙәгенең ниндәй буласағы хаҡында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика