10:27 (UTC+5), 18 Октября 2019

Республикала «Спорт көрәше – мәктәптәргә» проектына йыл һайын 27,6 миллион һум бүлеү күҙаллана

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Башҡортостанда «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» ведомство-ара проектында 6424 уҡыусы ҡатнаша. Дүрт йыл элек унда 152 генә уҡыусы ине. Шуның иҫәбенә физик культура буйынса беренсе һаулыҡ төркөмө үҙ рәтен 3,8% алып 21,2% тиклем тулыландырҙы.
«Төп төркөмдә уҡыусыларҙың медицина күрһәткесе 13,6% яҡшырҙы, — тип аңлатты республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов. — Хәтерегеҙгә төшөрәм, был – Рәсәй Спорт министрлығының бер нисә төбәктә индерелгән пилот проекты».
2019 йылда Башҡортостан балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға һәм уларҙың һаулыҡ кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән «Спорт көрәше – мәктәптәргә» проектын да башлап ебәрҙе. Бөгөн унда республиканың 16 мәктәбе ҡатнаша: һигеҙе – Өфөлә, ә ҡалған һигеҙе – ҡалаларҙа һәм райондарҙа.
«Көрәш өсөн генә түгел, ә гимнастика һәм бергә-бер алыштың башҡа төрҙәре өсөн тәғәйенләнгән спорт залдарын тәртипкә килтереү эштәре бара», — тип билдәләне Хәбибов.
Республика Спорт министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостанға «Спорт көрәше – мәктәптәргә» проектына ярҙам күрһәтеүгә, атап әйткәндә, залдарҙы реконструкциялауға — 27,6 миллион һум, ә «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проектына 7,8 миллион һум кәрәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо программаларҙы артабан үтәүгә ризалыҡ бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика