12:00 (UTC+5), 14 Октября 2019

Өфөнән шахматсы-паралимпиясы Сочиҙағы турнирҙа еңеү яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнән спортсы-паралимпиясы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында XVII «Сочи-2019» халыҡ-ара спорт фестивалендә шахматта еңеү яуланы. «Толпар» клубы вәкиле Әмир Ғәзиев, туғыҙ партияның туғыҙын еңеп, фестивалдең абсолют еңеүсеһе исемен алды. Шашкала Әмир «бронза» призер булды.
Терәк-хәрәкәт аппараты зарарланыуына ҡарамаҫтан, спортсы бер нисә йыл инде Өфөнөң 23-сө спорт мәктәбендә республиканың көслө тренерҙарының береһе, мастер Роза Фиде етәкселегендә әүҙем шөғөлләнә. «Мин Әмирҙең ихтыяр көсөнә һәм шахматҡа һөйөүенә хайран ҡалам. Мөмкинлек булыу менән ярыштарҙа ҡатнаша. Ныҡышмалы күнекмәләр һөҙөмтәһендә ул тәүҙә шахмат буйынса өсөнсө, ә аҙаҡ икенсе өлкәндәр разрядын алды. Ә хәҙер яуаплы турнирға барырға көс табыуҙан тыш, унда еңеүгә өлгәште», — тине тренер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика