12:32 (UTC+5), 30 Сентября 2019

Башҡортостан халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыу рейтингында күрһәткестәрен яҡшыртты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыу буйынса төбәктәр рейтингында 29-сы урынды биләй, тип хәбәр итә Росстат, Генераль прокуратура һәм Рәсәй Спорт министрлығы мәғлүмәттәренә таянып рейтинг төҙөгән РИА Новости. Тикшереү барышында эксперттар һигеҙ күрһәткесте, шул иҫәптән: физик культура һәм спорт менән шөғөлләнгән халыҡтың өлөшөн; тәмәке тартыуҙы; алкоголь һатыуҙы; иҫерек килеш һәм наркотик тәьҫирендә енәйәт ҡылған кешеләр һанын; спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлеү осраҡтарын; зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттары менән эштә мәшғүлдәр өлөшөн анализланы. Башҡортостан 70,6 балл йыйып, 29-сы урынды алды.
Уртаса күрһәткес 65,4 балл тәшкил итте. Рейтингта беренсе урында — 90,9 балл менән Дағстан Республикаһы. Һуңғы баҫҡыста 4,7 балл менән Камчатка крайы тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика