Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Сентябрь 2019, 15:36
«Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» турнирының һайлап алыу этаптары тамамланды
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Уҙған ял көндәрендә Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының һуңғы һайлап алыу этабы уҙҙы. Стартҡа Бәләбәй, Кушнаренко, Ғафури, Хәйбулла һәм Яңауыл райондары вәкилдәре сыҡты. Ике хәл иткес урау йомғаҡтары буйынса, 12-се этапта Хәйбулла районынан Виталий Рогалев еңеү яуланы.
Шулай итеп, 11 октябрҙә төп бүләк өсөн ярышырға тейешле 12 жокей билдәле булды. Марттан алып сентябргә тиклем ат сабыштарында барлыҡ райондарҙың вәкилдәре ҡатнашты.
Еңеүселәр — Дыуан, Илеш, Дүртөйлө, Белорет, Федоровка, Ҡыйғы, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Борай һәм Хәйбулла райондары һыбайлылары.
Турнир республиканың 100 йыллығына һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға арналған.
http://www.bashinform.ru/news/1360075-na-ippodrome-akbuzat-zavershilis-otborochnye-etapy-turnira-terra-bashkiriya/
Теги:
терра башҡортостан
турнир
Читайте нас: