09:39 (UTC+5), 24 Сентябрь 2019

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» проектына 60 миллион һумдан ашыу бүленде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2020 йылда Башҡортостанда республика башлығы Радий Хәбировтың сентябрь указы сиктәрендә «Ауыл тренеры» проекты башлана. Уға 60 миллион һум бүлеү күҙаллана, тип хәбәр итте брифингта йәштәр сәйәсәте һәм спорт мнистры Руслан Хәбибов.
«Республиканың 56 муниципаль берәмегендә проектты ғәмәлгә индерә башлайбыҙ. Бөгөн ауылдарҙа 130 тренер етешмәй. Башҡортостандың 200 мәктәбендә «Спорт көрәше — мәктәптәргә» программаһын индереүҙе иҫәпкә алғанда, был ҙур һан. Киләһе йылда республика башлығы указы сиктәрендә «Ауыл уҡытыусыһы» һәм «Ауыл табибы» проекттарына оҡшаш «Ауыл тренеры» проектын тормошҡа ашырыу эшенә тотонабыҙ», — тип аңлатты министр.
Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ауылдағы спорт мәктәбенә эшкә ҡайтҡан һәр тренерға муниципалитет билдәләгән осорҙа эшләү шарты менән бер тапҡыр 600 мең һум аҡса түләнә.
Бынан алда «Башинформ» республика етәксеһенең «2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында»ғы указға ул ҡуйыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика