Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Сентябрь 2019, 15:40

Башҡортостандан Анна Крившина йөҙөү буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы

Инстаграм Анна Крившина
Инстаграм Анна Крившина
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Лондонда Халыҡ-ара паралимпия комитеты эгидаһы аҫтында барған йөҙөү буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан спортсыһы алтын миҙал яуланы. Анна Крившина һуҡырҙар спортында арҡала 100 метрға йөҙөүҙә иң яҡшы ваҡыт күрһәтте.
Лондондағы донъя беренселеге наградалары өсөн 60 илдән 600 спортсы көс һынашты. Уларҙың ҡайһы берҙәре, миҙалдарҙан тыш, 2020 йылда Токиола үтергә тейешле Паралимпиадаға квоталар алды. Ҡатын-ҡыҙҙарға — 130 урын, ир-егеттәргә — 148.
Рәсәйҙең йыйылма командаһы составына 52 спортсы инде, уларҙың 34-енең терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған, 12-һенең күреү һәләте боҙолған, 6-һы аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған.
Читайте нас: