07:28 (UTC+5), 30 Августа 2019

«Башҡортостан» командаһынан Виктор Кулаков — спидвей буйынса Европа чемпионы

Максим Козырьков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Рәсәй йыйылмаһы Балаково ҡалаһында спидвей буйынса Европа чемпионатында еңеү яуланы. Йыйылма составында урындағы «Турбина» вәкиле Владимир Бородулин, Европа беренселеге лидеры Григорий Лагута (Владивосток) һәм «Башҡортостан» командаһы вәкиле Виктор Кулаков сығыш яһаны.
Рәсәйҙәр 30 мөмкин булған мәрәйҙән 26 мәрәй йыйып, биш тапҡыр чемпионды — Чехия командаһын дүрт мәрәйгә уҙып китте. Бронзаны Латвия уҙышсылары яуланы — 20 мәрәй. Артабан — Польша — 16, Франция — 16, Европа-йәштәр — 14, Италия — 12.
Еңеүселәрҙең һөҙөмтәһе: Бородулин — 9 мәрәй + 2 бонус, Кулаков — 9+1, Лагута — 8; һәр береһе дүрт урауҙа сығыш яһаны. Европаның йәштәр йыйылмаһы составында Александр Кайбушев (Балаково) айырылып торҙо — шулай уҡ дүрт урауҙа 9 мәрәй.
Рәсәй йыйылмаһы тәүге тапҡыр парлы уҙышта Европа чемпионы булды. Бынан алдағы 15 ярышта рәсәйҙәр дүртәр тапҡыр көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика