09:25 (UTC+5), 26 Августа 2019

Денис Ҡорбанаев — «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының Х этабы еңеүсеһе

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Аҡбузат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының Х этабы уҙҙы. Унда бәйгенең иң йәш ҡатнашыусыһы — Күгәрсен районынан Денис Ҡорбанаев еңеү яуланы. Йәш жокей республиканың Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш райондары вәкилдәре менән ярышты.
Йола буйынса, ипподром холында ойошторолған йәрминкәлә тамашасылар ҡатнашыусы райондарҙың тауар етештереүселәре продукцияһы менән таныша алды. Һәр ваҡыттағыса, башҡорт балын һәм милли эсемлек – ҡымыҙҙы тәмләп ҡарарға теләүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа күп ине.
«Башинформ»ға Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ипподромда ошо көндәрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһында барған «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале уңайынан өҫтәмә урау ойошторолдо. Унда Ксения Морозова еңеү яуланы. Ул билдәле төрөк актеры Сәлим Байраҡтар ҡулынан кубок алды.
Сәлим Байраҡтар әйтеүенсә, ул әле бер ҡайҙа ла Башҡортостандағы кеүек тәмле балдан ауыҙ итмәгән, Өфөгә килеүенә бик шат, бында күргәндәрҙең барыһына ла һоҡланғыс тигән бер һүҙ менән баһа бирергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының финал ярыштары 2019 йылдың 11 октябрендә уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика