
«Бөгөн минең өсөн бик мөһим көн, хыялым тормошҡа ашырыла. Көрәш һарайы республика көрәшселәре өсөн тыуған йортҡа әүерелер. Беҙ Спорт көрәше федерацияһы һәм ветерандар менән берлектә Һарайға бөйөк көрәшсе Владимир Алексеевич Бормандың исемен бирергә хәл иттек. Ул республикабыҙға, илебеҙҙә спорт көрәшен үҫтереүгә күп көс һалды, үҙенән һуң уникаль һәм көслө кешеләр ҡалдырҙы, бөгөн беҙ улар менән ғорурланабыҙ, улар йәш көрәшселәргә батырлыҡ нигеҙҙәрен, ысын ир-егет сифаттарын өйрәтә. Һәммәгеҙҙе лә ошо үҙенсәлекле ваҡиға менән ҡотлайым», — тине Радий Хәбиров.Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, хәҙер 2021 йылда республика юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты хужаһы булһын өсөн ҙур эш алып барыла. Хәйер, был ваҡытҡа Спорт көрәше үҙәген төҙөп өлгөрмәйҙәр, ләкин ул республикабыҙҙың иң шәп, уникаль һәм кәрәкле спорт ҡоролмаларының береһе булыр.
«Бында шөғөлләнгән һәр кем көслөрәк, камилыраҡ булырға һәм ата-әсәһен, ғаиләһен, уҡытыусыларын ҡаҙаныштары менән шатландырырға тейеш. Өфөлә һәм Башҡортостанда көрәш традициялары бик көслө, уларҙың тарихи тамырҙары бар. Йәштәргә шуны әйткем килә: бөгөн нигеҙ һалынған мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, ялҡауланмағыҙ, көслөрәк булығыҙ», — тине Дәүләт Думаһы депутаты, өс тапҡыр олимпия чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Карелин.
«Үҙәктең проектын бер йыл самаһы төҙөнөк, киләсәктә бында иң юғары кимәлдәге ярыштар, хатта Олимпия уйындары үткәрергә мөмкин. Күнекмәләр өсөн 19 келәм була, бер ҡыйыҡ аҫтында ирекле һәм грек-рим көрәше, самбо, дзюдо, милли көрәш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Барыһына ла урын етер, республикабыҙ киләсәге ошонда тыуа», — тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.