06:50 (UTC+5), 23 Август 2019

Өфөлә Көйәрмән көнө 42 мең кешене йыйҙы

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Көйәрмән көнө йәки «Салауат Юлаев» хоккейсылары атағанса «Ҙур байрам» «Өфө-Арена» майҙанына 42 мең кешене йыйҙы. Башҡортостан командаһы фанаттары өсөн хоккейсылар — 2018/19 Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының бронза призерҙары ҡатнашлығында байрам ойошторҙолар.
Уҙған миҙгел КХЛ-ның иң шәп ҡапҡасыһы Юха Метсола янында автограф алыу һәм селфи өсөн сират ҙур ине. Фин голкиперы барабандар зонаһында бер нисә трек башҡарырға уйлағайны, ләкин уларға барып етмәгән, күрәһең. Александр Кадейкин көйәрмәндәрҙе клуб автобусы янында ҡаршы алды. Вячеслав Солодухин регби зонаһында тыныс ҡына автографтар һәм фотоһүрәттәр таратты.
Линус Умарк менән лазертаг, бушлай таратылған бургерҙар, батут финттары һәм Григорий Панин, Павел Коледов менән һауа шарында осоу. «Салауат Юлаев»тан яратҡан көйәрмәндәр өсөн барлыҡ күңел асыуҙарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Руслан «Ягуар» рекорд ҡуйҙы: ул ҡулы менән атлап өс тонналыҡ боҙ менән ҡаплау машинаһын урынынан күсерҙе.
Төп ваҡиға сәхнәлә барҙы. Хоккейсыларҙы, «юлаевсылар»ҙың тренерҙарын һәм персоналын Континенталь хоккей лигаһының бронза миҙалдары менән бүләкләнеләр, ә һуңынан лиганың 12-се миҙгеленә форма менән рәсми таныштырыу уҙҙы. Үҙ майҙанында уйнау өсөн ғәҙәттәгесә йәшел ҡалды, ә сит боҙға сығыу өсөн аҡ. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан джерси иңендә төбәктең флагы урынлаштырылды. Шулай уҡ Өфө клубы ҡара төҫтәге альтернатив форма ла сығарҙы, миҙгелдә бер нисә уйында шуны кейеп уйнарға ниәтләй.
«Ҙур байрам»дың тағы бер күркәм мәле — кейәүгә сығырға тәҡдим яһау. «Салауат» көйәрмәндәре менән эшләү буйынса белгес Эмиль Нафиҡов меңдәрсә кеше алдында һөйгәненең ҡулын һораны. Ыңғай яуап үҙен оҙаҡ көттөрмәне.
Кисәнең хедлайнеры, алдан хәбәр ителгәнсә, Тима Белорусских булды. Артист «Өфө-Арена»ны шаулатты. Һәммәһе лә: балалар ҙа, өлкәндәр ҙә, хоккейсылар ҙа, уларҙың хәләл ефеттәре һәм балалары ла йырлап-бейеп күңел асты.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика