15:32 (UTC+5), 22 Августа 2019

Өфө Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуя

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө, Рәсәй пенсионерҙарының алтынсы спартакиадаһы баш ҡалаһы булараҡ, ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуя. Әлеге ваҡытта илдең 76 төбәгенән һәм ете сит дәүләттән: Чехиянан, Германиянан, Финляндиянан, Бөйөк Британиянан, Литванан, Франциянан һәм Әрмәнстандан 754 спортсының ғаризаһы бар.
«Спартакиада йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара.Ул ҙур ҡалаларҙы ғына түгел, алыҫ төбәктәрҙәге ауыл-ҡасабаларҙы ла үҙенә йәлеп итте. 2014 йыл менән сағыштырғанда, һайлап алыу турҙарында ҡатнашыусылар һаны биш тапҡырға артты», — тип билдәләне Рәсәй пенсионерҙары союзы рәйесе, Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Валерий Рязанский.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, бөгөн Өфөгә Сахалин өлкәһе, Ненец автономлы округы, Тула өлкәһе, Байкал аръяғы крайы, Ханты-Манси автономлы округы командалары килгән. Башҡортостандан спартакиадала һигеҙ спортсы: Резида Халиҡова (еңел атлетика, пуля менән атыу), Анатолий Карпенко (еңел атлетика), Сергей Буков (өҫтәл теннисы), Рөстәм Хангилдин (йөҙөү һәм шахмат), Екатерина Петренко (йөҙөү), Роза Иҙрисова (шахмат), Валерий Шаһибәков (пуля менән атыу), Фәнүзә Исҡарова (өҫтәл теннисы) сығыш яһай.
Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһының баш судьяһы Николай Ярославцев билдәләүенсә, ярыштарҙа халыҡ-ара исемгә эйә спортсыларҙың һәм спорт мастерҙарының ҡатнашыу хоҡуғы юҡ. Иң өлкәне – Кострома өлкәһенән, ул 83 йәшен ҡыуа. 80-де үткәндәр – алты кеше. Бөтә ярыштарҙы 200 белгес баһалай.
Өфө ҡунаҡтары өсөн күңел асыу программаһы төҙөлгән, милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, туҡланыу системаһы уйланылған. Медицинаға килгәндә, ярыштар ойошторолған барлыҡ майҙансыҡтарҙа ашығыс ярҙам бригадалары, ирекмәндәр эшләй. Ҡатнашыусыларҙы «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына, «Президент отель», «Амакс турист», Holiday Inn һәм «Башҡортостан» ҡунаҡханаларына урынлаштыралар. Спортсыларҙы махсус трансферҙарҙа ташыйҙар, тине Башҡортостан Спорт министрлығының бүлек етәксеһе Дмитрий Гладких.
Алтынсы Пенсионерҙар спартакиадаһын асыу тантанаһы 24 августа«Динамо» стадионында уҙа. Киске 7-лә башлана. Байрамда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, флаг йөрөтөүселәр, парашютсылар сығыш яһай, сара фейерверк менән тамамлана. Ярыштарҙы ҡарау бушлай.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика