13:15 (UTC+5), 16 Августа 2019

Өфөлә 76 төбәктең һәм 7 илдең спортсылары Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһында сығыш яһай

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең 76 төбәгенән һәм ете сит илдән (Чехия, Германия, Финляндия, Бөйөк Британия, Литва, Франция, Әрмәнстан) 700 спортсы Рәсәй пенсионерҙарының VI спартакиадаһында ҡатнаша. Өфөлә 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары алдынан асылған Спорт әҙерлеге үҙәге өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика, ҡатнаш эстафета, атыу, шахмат, дартс буйынса ярыштарҙы ҡабул итә.
«Спартакиада йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Ул ҙур ҡалаларҙы ғына түгел, алыҫ төбәктәрҙәге ауыл-ҡасабаларҙы ла үҙенә йәлеп итте. 2014 йыл менән сағыштырғанда, һайлап алыу турҙарында ҡатнашыусылар һаны биш тапҡырға артты. Был тәбиғи, сөнки өлкән быуын өсөн спартакиада ярыштан тыш, үҙ ҡарашыңды күрһәтеү, тағы бер бейеклекте яҡлау мөмкинлеге булып тора. Ҡайһы берәүҙәр ғүмер буйына спорт менән шөғөлләнә, икенселәр хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына уға ылыға. Уларҙы физик әүҙемлектең һаулыҡ, пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс, яңы хистәр һәм йәшәү сифаты икәнен аңлау берләштерә», – ти Рәсәй пенсионерҙары союзы рәйесе, Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Валерий Рязанский.
Рәсәйҙең һәр төбәгенән туғыҙ кешенән торған делегация ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-егеттәр 60 йәштән үткән булырға тейеш. Башҡортостандан спартакиадала һигеҙ кеше – өфөләр Резида Халиҡова (еңел атлетика), Анатолий Карпенко (еңел атлетика), Сергей Буков (өҫтәл теннисы), Екатерина Петренко (йөҙөү), Роза Иҙрисова (шахмат), Валерий Шаһибәков (пуля менән атыу), шулай уҡ Благовещендан Фәнүзә Исҡарова (өҫтәл теннисы) һәм Балаҡатай районынан Рөстәм Хәмиҙуллин (йөҙөү) сығыш яһай.
Сараны асыу тантанаһы 24 августа Өфөнөң «Динамо» стадионында уҙа. Спартакиаданы ябыу 27 авгусҡа билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика