04:21 (UTC+5), 13 Августа 2019

Йәш өфөләр Ҡытайҙа «Донъя кубогы» халыҡ-ара турнирында көмөш миҙал яуланы

Өфө мэрияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнән йәш футболсылар «Донъя кубогы» футбол буйынса бишенсе халыҡ-ара турнирында икенсе урынды алды.
Ярыш 6-12 августа Өфөнөң туғандаш ҡалаһы Шеньянда (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) уҙҙы. Унда ете илдән дүрт мең спортсы ҡатнашты. Өфөнән «Футбол академияһы» 9-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбенең 10 тәрбиәләнеүсеһе сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр мэриянан. Хәл иткес уйында өфөләр турнир хужалары — Ҡытайҙың Чжецзян провинцияһынан «Страус» командаһы менән көс һынашты. Уйындың тәүге яртыһында командалар оҫталыҡта бер-береһенә ал бирмәне, ләкин таймдың һуңғы минуттарында Ҡытай спортсылары алдынғылыҡҡа сыҡты. Өфөләрҙең ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, икенсе таймда улар 4:1 иҫәбен менән еңеү яуланы. Шулай итеп, тренер Леонид Иваха етәкселегендәге Өфө командаһы көмөш миҙалдарға лайыҡ булды.. «Бронза» — Лос-Анджелес ҡалаһы (АҠШ) спортсыларында. «U12» йәш төркөмөндә еңеү өсөн бөтәһе 30 команда көс һынашты. «Беҙ уйнаған барлыҡ йыйылмалар — лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы дәғүәселәр. Был турнирҙа ҡатнашыу беҙгә ҙур тәжрибә тупларға, башҡа илдәрҙән килгән уйынсылар менән дуҫлашырға мөмкинлек бирҙе», — тине 12 йәшлек Ғәзиз Хәйбуллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика