10:01 (UTC+5), 09 Августа 2019

Өфөлә Физкультурниктар көнө уңайынан иң шәп спортсылар, тренерҙар, ветерандар бүләкләнде

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Физкультурниктар көнө уңайынан Өфөлә Колонналы залда республиканың иң шәп 150 спортсыһы, тренеры, ветераны дипломдар, маҡтаулы билдәләр, исемдәр, грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Наградалар тапшырған абруйлы ҡунаҡтар араһында Рәсәй Федерацияһы Советы ағзаһы, Федерация Советының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫарҙары Павел Мөслимов һәм Янай Гайдук бар ине.
«Республика спортсылары беҙҙең спорттың еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары байрағын ғорур йөрөтә, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. — Башҡортостанда спорттың 107 төрө үҫтерелә. Ләкин ҙур спорттағы еңеүҙәр бәләкәй генә спорт майҙансығынан, балалар баҡсаһынан һәм мәктәптән башлана. Министрлыҡ — яҡынса 300 стипендия, Хөкүмәт 90 миллион һумдан ашыу бүлә».
Башҡортостандан сенатор һүҙҙәренсә, дүрт йыл элек федераль ҡаҙнанан берлектә финанслау алты миллион һумдан артмай ине. Бөгөн был сумма 14 миллион һумға тиң, ә киләһе йылға республика үҙәктән 35 миллион һумлыҡ ярҙамға иҫәп тота.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика