11:20 (UTC+5), 08 Августа 2019

Башҡортостан спортсылары грэпплинг буйынса Рәсәй беренселегендә 18 миҙал яуланы

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Орёл ҡалаһында уҙған грэпплинг һәм грэплинг ги буйынса Рәсәй беренселегенән Башҡортостан спортсылары 18 миҙал менән ҡайтты. Республика йыйылмаһының 32 ҡатнашыусыһы илдең 47 төбәгенән килгән 1050 атлет менән бергә наградалар өсөн көс һынашты.
Беренсе-икенсе урынды алғандар 2019 йылдың 8-9 ноябрендә Баҡы ҡалаһында донъя беренселегендә ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылмаһына эләкте, тип хәбәр иттеләр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.
Башҡортостан спортсылары Вадим Савельев һәм Эмиль Исманғолов — алтын, Регина Розовая — ике көмөш, Карина Мырҙабаева — алтын һәм көмөш, Әмирхан Гуданатов — бронза, Екатерина Растегаева, Валерия Давыдова һәм Петр Васильев — икешәр бронза, Давид Балаян, Низам Иҙрисов, Эмин Агаев һәм Руслан Исламов бронза миҙалдар алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика