12:27 (UTC+5), 07 Августа 2019

Саҡмағош хоккейсылары өсөн заманса тренажер залы төҙөлә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бөгөнгө эш сәфәре Саҡмағош районында дауам итте, унда ул «Саҡмағош-Арена» ябыҡ боҙ һырғалағын ҡараны. Дөйөм майҙаны 3 000 квадрат метрлыҡ комплекста Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы талаптарына яуап биргән 56×26 метрлыҡ хоккей ҡабы, кейенеү бүлмәләре һәм башҡа кәрәкле биналар урынлашҡан.
Уҡыу-күнекмәләр ваҡытында боҙ аренаһының үткәреү һәләте сменаһына 20 кеше тәшкил итә.
Төҙөлөш Социаль маҡсатлы программалар иҫәбенә финансланған. Объекттың хаҡы - 150 миллион һум.
Радий Хәбиров йәш хоккейсыларҙың күнекмәләрен ҡараны һәм уларҙың шыуыу оҫталығын билдәләне. Һырғалаҡ директоры Рөстәм Шәйехов һүҙҙәренсә, бында халыҡ өсөн күмәкләп шыуыу, хоккейсыларҙың йыйылма командаһы өсөн күнекмәләр ойошторолған, күрше райондарҙың һәүәҫкәр командалары менән уйындар үткәрелә. Йыл һайын һырғалаҡта өс тренер етәкселегендә Саҡмағош ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре шөғөлләнә. Боҙ һырғалағы асылғандан алып балалар ярыштарҙа призлы урындар яулай. Йәш хоккейсыларҙың әсәләренең береһе Радий Хәбировтан заманса тренажер залы төҙөүҙә, шулай уҡ ярыштарға йөрөү өсөн автобус һатып алыуҙа ярҙам күрһәтеүен һораны.
Башҡортостан етәксеһе республиканың тренажер залын һалыуҙа булышлыҡ итәсәген әйтте.
Автобусҡа килгәндә, Радий Хәбиров бензинға, водителдәрҙең эшенә түләү өсөн артыҡ аҡса түкмәҫ өсөн уны «Башавтотранс»тан ҡуртымға алыу яҡшыраҡ булыуын белдерҙе.
«Хәҙер «Башавтотранс»та автобустар паркы һәйбәт, балалар спорт командаларына хаҡтар ҡулай булһын өсөн предприятие етәкселеге менән һөйләшермен. Балаларҙың именлеге беренсе урында булырға тейеш», — тине Радий Хәбиров.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика