09:39 (UTC+5), 25 Июль 2019

Өфөнөң туп менән хоккей буйынса «Кировец» командаһы Юғары лигала сығыш яһай

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Өфөнөң туп менән хоккей буйынса «Кировец» командаһы киләһе миҙгелдән Рәсәй ярыштарының Юғары лигаһында икенсе эшелонда сығыш яһаясаҡ. Игорь Войтович – клуб тренеры, ә Алексей Кузьмин ассистент сифатында сығыш яһаясаҡ. Ике белгес тә сығышы менән Новосибирскиҙан, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
«Кировец» миҙгелгә Өфөләге «Динамо» стадионында әҙерләнәсәк. Августа өйҙә күнекмәләр башлана, унан һуң милли һәм олимпия булмаған спорт төрҙәре фестивале сиктәрендә мини-хоккей буйынса турнирҙа ҡатнаша. Уны 11-15 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡабул итә.
«Беҙгә Өфөнөң Рәсәй хоккейына ҡайтыуы һәм Рәсәйҙә туп менән хоккей үҫеше лидерҙарының береһе булыуы мөһим. Бында ошондай сценарийҙың мөмкинлектәре өйрәнелгән», — тип телеканал Рәсәйҙең Туп менән хоккей федерацияһы президенты Борис Скрынниктың һүҙҙәрен килтерә.
Билдәләп үтергә кәрәк, Юғары лигала «Кировец» икенсе төркөмдә Краснотурьинск, Воткинск, Үргә Өфөлей, Ырымбур, Первоуральск, Ҡаҙан һәм ҡаҙаҡ Уральскиҙан ярышташтары менән сығыш яһаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика