12:12 (UTC+5), 24 Июля 2019

Владимир Путин Башҡортостан рапирасыларын донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Рәсәй Президенты Владимир Путин рапирала фехтование буйынса илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһын 2019 йылда фехтование буйынса донъя чемпионатында команда турнирында еңеүе менән ҡотланы. Йыйылмала Өфө рапирасылары Анастасия Иванова һәм Аделина Зәғиҙуллина, шулай уҡ Инна Дериглазова һәм Лариса Коробейникова сығыш яһаны. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың исеменә килгән телеграммала былай тиелә:
«Хөрмәтле Инна Васильевна, Аделина Рөстәм ҡыҙы, Анастасия Андреевна, Лариса Викторовна! Ысын күңелдән һеҙҙе еңеүегеҙ менән ҡотлайым. Еңеүегеҙ менән 2019 йылда донъя чемпионатында йыйылмабыҙ уңышын арттырҙығыҙ, илебеҙ спортының юғары ҡаҙаныштары тарихына тағы бер сағыу бит өҫтәнегеҙ, үҙегеҙҙе көслө, берҙәм, яҡшы әҙерләнгән команда итеп күрһәттегеҙ. Әлбиттә, остаздарығыҙҙың, белгестәрегеҙҙең, һеҙгә маҡсаттарығыҙға ирешергә, абруйлы ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһарға ярҙам иткәндәрҙең барыһының да ҙур хеҙмәтен айырым билдәләйем. Артабан да яңы үрҙәр һәм изгелектәр теләйем».
2019 йылда фехтование буйынса донъя чемпионаты 15-23 июлдә Будапешта (Венгрия) уҙҙы. Сирек финалда рәсәйҙәр Көньяҡ Корея йыйылмаһын 33:25 иҫәбе менән еңә, һуңынан ярым финалда беҙҙең ҡыҙҙар американыҡыларҙан көслөрәк булып сыға - 45:36. Финалда Италия йыйылмаһы менән алыш көсөргәнешле була һәм тигеҙ алышта тиерлек бара, осрашыу аҙағына тиклем бер нисә секунд ҡалғас спортсыларыбыҙ еңеү һәм алтын миҙал яулай (43:42).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика