07:04 (UTC+5), 23 Июля 2019

Радий Хәбиров спидвей тураһында: Дәүләт энтузиастарға һәм спорт яратыусыларға ярҙам итергә тейеш

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, Салауат ҡалаһы спортсылары Эмиль Сәйфетдинов һәм Глеб Чугунов Рәсәй йыйылма командаһы сафында Тольяттиҙа СТК аренаһында үткән «Милләттәр спидвейы» донъя команда чемпионатында алтын миҙалдар яуланы. Улар менән бергә Алыҫ Көнсығыш спортсыһы Артем Лагута ла сығыш яһаны. Шуның менән был өс спидвейсы икенсе йыл рәттән чемпион исемен алды.
«Салауат егеттәре – донъя чемпиондары!!!», — тип республика етәксеһе Радий Хәбиров был ваҡиға тураһында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып үткән. Уның һүҙҙәре буйынса, республика спидвейы электән булды һәм уны халыҡ яратты. Тик һуңғы йылдарҙа был спорт төрө тейешле ярҙамһыҙ тороп ҡалды.
«Быға ҡарамаҫтан энтузиастар уны ташламаны һәм үҙегеҙ күрәгеҙ – юғары оҫталыҡты һаҡланы. Бының кеүек энтузиазм һаҡланған һәм спортҡа сикһеҙ һөйөү булған урындарға һис шикһеҙ дәүләт ярҙамы ла бирелергә тейеш», — тип үҙ фекерен яҙған Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика