02:51 (UTC+5), 22 Июль 2019

«Өфө» футбол клубы «Краснодар»ға еңелде

Станислав һәи Валерий Шаховтар
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Һауа температураһы +32 градуста «Өфө» футбол клубы «Нефтсе» стадионында «Краснодар»ға еңелде, 2:0 иҫәп менән алда барып.
Беренсе таймда туп Рәсәйҙең Көньяғынан килгән ҡунаҡтарҙа ваҡыттың 77% булды, хужаларҙа - 23%. Әммә Вадим Есеевтың тәрбиәләнеүселәре Матвей Сафоновтың ҡапҡаһын ике тапҡыр ҡыйрата алды. Беренсе тупты үҙ иҫәбенә Кэтелин Карп яҙҙы.
Икенсе тупты Джемал Табидзе индерҙе. Ул барыһынан да юғары һикереп, тупты башы менән индерҙе.
Тәнәфескә ярышташтар 2:0 иҫәбе менән китте. Икенсе таймда «Краснодар»ҙың тренеры Мурад Мусаев уйынсылары менән тактик эш үткәрҙе һәм уңышҡа өлгәште. Ҡунаҡтар «Өфө»нөң йәш ҡапҡасыһы Алексей Черновтың ҡапҡаһын өс тапҡыр ҡыйратты. Өҫтәүенә Башҡортостан командаһының грузин һаҡсыһы Табидзенан автогол менән уларға еңеү килтерҙе.
«Өфө» башланып торған Рәсәй Премьер-лигаһы чемпионатында элеккесә мәрәйһеҙ ҡала, ә «Краснодар» тәүге өс мәрәйен эшләй.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика