05:44 (UTC+5), 19 Июля 2019

Башҡортостандың ҡаяға үрмәләүсеһе донъя чемпионатында лайыҡлы сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Францияның Бриансон ҡалаһында 2019 йылдың параклаймбингы буйынса донъя чемпионаты үтте. Ярыштың тәүге көнөндә физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡаяғы үрмәләүселәр алты комплект награда өсөн көс һынашты. Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары менән спортсылар категорияһында Башҡортостан спортсыһы Максим Майоров ҡатнашты тип хәбәр итте Рәсәй Ҡаяға үрмәләү федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән.
AU-2 категорияһында 16 атлет ярышты. Квалификация мәлендә яҡташыбыҙ бер «топ»ҡа етте, икенсе трассала 43 эләктереү яһаны. Быларҙың барыһы ла Максимға алты урындың бишенсеһен яуларға һәм шуның менән финалда ҡатнашыу хоҡуғын алырға мөмкинлек бирҙе.
Хәл иткес раундта Майоров 36 эләктереүҙән һуң ысҡынып китеп, алтынсы урын алды. Алтынға британ спортсыһы Мэттью Филипс лайыҡ булды. Икенсе урын Израилдән килгән Мор Майкл Сапирға эләкте. Улар икеһе лә «топ»ҡа етте. Бронзаны 47 уңышлы эләктереү яһаған Кевин Бартке (Германия) яуланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика