07:18 (UTC+5), 18 Июля 2019

Башҡортостан спортсылары еңеү атлетика буйынса Инвалидтар спартакиадаһында бөтә призлы урындарҙы яуланы

Андрей Ивашечкин, Марийская правда
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостан спортсылары Йошкар-Ола ҡалаһында үткән III Бөтә Рәсәй инвалидтар спартакиадаһында бөтә урындарҙы яуланы. Ҡыҙҙар еңел атлетикала – 100 метр арауыҡҡа йүгереүҙә иң яҡшылары булды, тип хәбәр итә «Марийская правда».
Мария Вәлиәхмәтова – алтын, Виктория Ғибәҙуллина – көмөш, Диана Вәлиәхмәтова бронза миҙалдар яуланы. Бөрөнән Вәлиәхмәтовалар йүгереүҙә 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова менән бер мәктәптә уҡыған һәм легендар спортсы менән шәхсән таныш.
Марий Иле Республикаһында өс көн барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан йыйылмаһы миҙал зачетында икенсе урынды биләй – 5907,1 мәрәй. Беренсе урында Мәскәү өлкәһе (6274,0 балл), өсөнсөлә — Свердловск өлкәһе (5561,8 мәрәй).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика