02:28 (UTC+5), 15 Июль 2019

Өфө командаһы 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарының еңеүсеһе булды

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында Башҡортостандың баш ҡалаһында туғыҙ спорт төрө буйынса 88 наградалар комплекты уйнатылды. Өфө командаһы уйындарҙа 8 алтын, 6 көмөш, 11 бронза, йәмғеһе 25 миҙал яуланы.
«Уйындың концепцияһы буйынса миҙалдар иҫәбе һәм урындар буйынса йомғаҡ яһау ҡаралмаған. Иң мөһиме, балаларыбыҙҙың үҙ-ара аралашыуы, — тип билдәләне 2019 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының баш судьяһы Андрей Кривошеев. — Әммә Өфөнөң беренсе урынға сығыуын хәбәр итергә шатмын».
Халыҡ-ара балалар уйындарының генераль секретары Ричард Смит Өфөлә уҙғарылған Уйындарҙы иҫ киткес тип атаны.
«Волонтерҙар кәрәк урында һәр саҡ әйтеп торҙолар һәм алсаҡ булдылар. Бында килгәс бирелгән телефоным ике тапҡыр ғына шылтыраны. Был яҡшы билдә, - тине Ричард Смит. - Мин өфөләрҙең ҡунаҡсыллығы тураһында беләм һәм хәҙер ҡаланың ошо хаҡта бөтә донъяға һөйләрлек 1500 илсеһе бар».
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин 2019 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар киләсәктә Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ һәм илебеҙ өсөн миҙалдар яулаясаҡ тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика