10:48 (UTC+5), 11 Июль 2019

 Халыҡ-ара балалар уйындарында Өфө командаһына тәүге «алтын»ды дзюдосы Әлиә Мөхәмәтйәнова килтерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарының беренсе ярыш көнөндә беҙҙең команда тәүге алтын миҙалды яуланы.
«Батыр» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Әлиә Мөхәмәтйәнова 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урынға өлгәште. Ул әйләнә системаһында сығыш яһап, өс еңеү яуланы һәм шуның менән бер һүҙһеҙ алдынғы булды.
«Спортсы ҡыҙ Өфө йыйылма командаһына тәүге награда килтерҙе һәм 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарының беренсе алтын миҙалына лайыҡ булды», — тип белдерҙе сараның матбуғат хеҙмәте.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы 11 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары мәлендә еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, футбол, 3х3 баскетболы, пляж волейболы һәм ҡаяға үрмәләүҙә ярыштар үтеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика