14:47 (UTC+5), 10 Июля 2019

Радий Хәбиров: Башҡортостан Халыҡ-ара балалар уйындарын асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын киң күңел, асыҡ йөҙ һәм традицион башҡорт ҡунаҡсыллығы менән ҡаршыланы. Бының турала республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров спорт ярыштарын тантаналы асыу мәлендә белдерҙе.
Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау һүҙен уҡып ишеттерҙе. Унда Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға ил башлығы түбәндәгеләрҙе әйткән:
«Олимпизм идеалдарын нығытыуға, сәләмәт йәшәү ҡиммәттәрен үҫтереүгә, төрлө илдәрҙең йәш быуын вәкилдәре араһында дуҫлыҡ һәм бер-береңде аңлауҙы булдырырға ҡоролған был иҫ киткес уйындарҙың Рәсәй һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө ҡабул итеүе үҙе бер ҡыуаныс булып тора. Республикала бының кеүек күләмле һәм мәртәбәле ярыштарҙы үткәреүгә етерлек кимәлдә тәжрибә тупланған».
Радий Хәбиров йәш спортсыларға сағыу еңеүҙәр һәм ярыштарҙа уңыштар, көйәрмәндәргә - онотолмаҫлыҡ күңел кисерештәре һәм яҡшы кәйеф алырға теләне.
53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары мәлендә туғыҙ Олимпия спортында: еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, дзюдо, мини-футбол, 3х3 баскетболы, пляж волейболы һәм ҡаяға үрмәләүҙә ярыштар үтәсәк. Уйындарҙа донъяның 29 иленән һәм 84 ҡалаһынан 1192 спортсы ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика