Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.08
-0.88
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Июнь 2019, 15:22

Яҡташыбыҙ Александр Сергеев байдаркала ишеү буйынса Европа уйындарында «алтын» яуланы

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Александр Сергеев Минскиҙа Икенсе Европа уйындарында еңеүсе булды. Спортсы Артем Кузахметов, Олег Гусев һәм Виталий Еврошов менән бергә байдаркалар ярышында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
«Беҙҙең команда 500 метр арауыҡты 1 минут 32,376 секунд эсендә үтте», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Көмөш миҙалдарҙы – Германия, ә бронза наградаларҙы Словакия спортсылары яуланы.
Читайте нас: