04:09 (UTC+5), 13 Июнь 2019

Башҡортостандан Тамара Танһыҡҡужина шашка буйынса донъя чемпионатында алға сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Яҡутск ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында икенсе турҙан һуң Тамара Танһыҡҡужина лидерлыҡҡа сыҡты, Айгөл Иҙрисова 6-12 урындарҙа килә. Турнирҙа бөтәһе 16 ҡатнашыусы, уларҙың бишәүһе — рәсәйҙәр.
Икенсе тур дүрт ҡитға көйәрмәндәренә күп хис-тойғолар бүләк итте. Һигеҙ партияның дүртәүһендә еңеү яуланды, һөҙөмтәлелек 50% тәшкил итә.
Биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаның 100 процентлыҡ һөҙөмтә: мөмкин булған дүрт мәрәйҙән дүрт мәрәй.
Дүрт шашкасының: ғәмәлдәге донъя чемпионы Наталья Садовсканың (Польша), блиц һәм рапид буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Матрена Ноговицынаның, Азия вице-чемпионы Чжао Ханьциндың (Ҡытай), 2016 йылда Европа вице-чемпионы Ксения Нахованың өс мәрәй (бер еңеү һәм бер тигеҙ иҫәп). Ете спортсының, шул иҫәптән Айгөл Иҙрисованың — икешәр мәрәй.
Турнирҙа йәмғеһе 15 партия уйнарға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика